«Зимний фестиваль знаний 2025»

Һин ҡайҙа йәшәйһең?Ҙҙ өн – хәрефтәре.

Конспект урока башкирского языка для 2 класса с использованием ИКТ. На уроке дети учатся задавать вопрос Где ты живешь? и отвечать на него. Учатся правильно произносить звук ҙ и писать буквы Ҙҙ. Урок разработан в соответствии требованиям ФГОС.

Олимпиады: История России 6 - 11 классы

Содержимое разработки

Дата: 02.10.2017 йыл

Класс: 2А

Уҡытыусы: Дәүләткирәева Ә.А.


Тема

Һин ҡайҙа йәшәйһең?Ҙҙ өн – хәрефтәре.

Һөҙөмтәләрҙе планлаштырыу

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге планлаштырыу

  • Регулятив: дәрестең темаһын, маҡсатын формалаштырыу, эҙмә-эҙлеклелеген планлаштырыу, дәрестә эшләүҙең дөрөҫлөгөн баһалау, эшмәкәрлеккә төҙәтмәләр индереү, хаталарҙы анализлау.

  • Коммуникатив: уҡытыусының, иптәштәреңдең телмәрен аңлау, үҙ фекереңде башҡортса аңлата белеү.

  • Танып белеү: Ҙҙ өн-хәрефен өйрәнеү, ҙ өнөнә ҡағылышлы һүҙҙәр өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү; Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һорауын бирергә һәм яуап бирергә өйрәнеү.

  • Шәхси: уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу, ҡыҙыҡһына белеү, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.

Бурыстар

  1. Ҙҙ өн-хәрефен өйрәнеү, ҙ өнөнә ҡағылышлы һүҙҙәр өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү; Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һорауын бирергә һәм яуап бирергә өйрәнеү.

  2. Телмәр, логик фекерләү, иғтибарлылыҡ, хәтер ҡеүәһе, ҡул суғы моторикаһы үҫтереү.

  3. Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, кейектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.


Дәрес тибы

Яңы материалды өйрәнеү

Уҡытыу-методик комплексы

  • “Башҡорт теле” дәреслеге,

  • Ноутбук, проектор,

  • Электрон дәреслек,

  • Йәнлектәр һүрәттәре,

  • Хәрефтәр, хәреф элементтары,

  • Смайлдар.

Төп төшөнсәләр

Ҙҙ өн-хәрефтәре, Һин ҡайҙа йәшәйһең һорауы.

Эшмәкәрлекте ойоштороу

Парлап эшләү, төркөмдәрҙә хеҙмәттәшлек итеү, фронталь, индивидуаль эш.

Предмет-ара бәйләнеш

Рус теле, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

1. - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек?

Тирә-яҡ мөхитте сәләмләү.

Ошо матур кәйефтә дәресте башлайыҡ.

2. Дежур рапорты.

3. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Ҙ,ҫ өндәрен дөрөҫ әйтеү.


II. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

“Страна пчел” йәнһүрәтен ҡарау.

  • Айыуҡай ҡайҙа йәшәй?

  • Умеем мы задавать и отвечать на вопрос, где мы живем?

  • Значит, тема нашего урока какая?

  • Ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

III. Уҡыу мәсьәләһе сисеү

Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Айыуҡай менән Нәркәс килгән.

Үҙебеҙ менән таныштырайыҡ, исемдәребеҙҙе әйтәйек.

Минең исемем- ...

Әйҙәгеҙ, Айыуҡайға ниндәй башҡорт хәрефтәрен белгәнебеҙҙе күрһәтәйек.

Әә, Һһ,ң хәрефтәрен дөрөҫ әйтеү, һауала, таҡтала яҙып күрһәтеү.

  • Айыуҡай башҡортса һүҙҙәр яҙған, ләкин хаталар яһаған, әйҙәгеҙ хаталарҙы төҙәтәйек.

Әсәй, селем, Әнисе, мектәп, хаумы, минен, һыу, хут, дефтер.

Һүҙҙәрҙе тәржемә итеү.


Айыуҡай урманда йәшәй. Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?

Һүҙлек эше:

ҡайҙа? – где?

йәшәйем – живу

йәшәмәйем – не живу

ауылда – в деревне

ҡалала – в городе

Хор менән ҡабатлау, малайҙар, ҡыҙҙар айырым ҡабатлау.

Мин ауылда (ҡалала) йәшәйем.

Мин Мәскәүҙә йәшәмәйем.

Дәреслек менән эш.

11-се бит, 3-сө күнегеү. Һөйләмдәр төҙөү. Диалог төҙөү.

IV. Ял минуты

Электрон ял минуты. 

V. Яңы белемде практикала ҡулланыу

- Как жужжит пчела?

Ҙ-ҙ-ҙ

Ҙ өнөн әйтергә өйрәтеү. Беҙҙең, һеҙҙең, үҙебеҙҙең, ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың.

Звук ҙ на письме обозначается буквой Ҙҙ.

- На что похожа буква Ҙҙ?

Ҙҙ хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү: аңлатыу, һауала яҙыу.

Яҙыу дәфтәрҙәрендә эш.

10-сы бит, өндәрҙе, һүҙҙәрҙе уҡыу.

Фронталь, индивидуаль эшләү.

VI. Рефлексия

  • Бөгөн дәрестә нимә белдек?

  • Дәрестә нимәгә өйрәндек?

  • Дәрестә нимә оҡшаны (оҡшаманы)?

Баһалау. Смайлдар таратыу.

VII. Өйгә эш.

11-се бит, һүҙҙәрҙе ятларға.





Получите свидетельство о публикации сразу после загрузки работы



Получите бесплатно свидетельство о публикации сразу после добавления разработки


Олимпиады «Зимний фестиваль знаний 2025»

Комплекты учителю



Качественные видеоуроки, тесты и практикумы для вашей удобной работы

Подробнее

Вебинары для учителей



Бесплатное участие и возможность получить свидетельство об участии в вебинаре.


Подробнее