Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хаҡимиәте
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы
Совет районының “94-се лицей” муниципаль бюджет
дөйөм белем биреү учереждениеһы
«Бәхет өсөн»
Беҙҙә ҡунаҡта –шағирә Гөлнара Хәлфетдинова
(Туған телдәр көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә.)
HD 1051×1050
Сценарий авторы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәдйәнова Ф.Т.
Өфө - 2016
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, коллегалар!
Һаумыһығыҙ!
Бөгөн беҙ ҡунаҡҡа кемде саҡырҙыҡ әле, балалар.
Гөлнара Хәлфетдинованы.
Әйҙәгеҙ, уҡыусылар , ҡунаҡты алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.
Уҡыусылар алҡыштар менән шағирәне ҡаршы алалар.
Иҫәнләшәләр.
Уҡытыусы:
Беҙ 2а класс уҡыусылары менән беренсе йыл башҡорт дәүләт телен өйрәнәбеҙ! Хәрефтәрҙе өйрәндек. Хәҙер башҡортса уҡый, яҙа беләбеҙ.
Бик теләп әкиәттәр, шиғырҙар уҡыйбыҙ, уларҙы тәржемә итәбеҙ. Бик теләп башҡортса йырҙар өйрәнәбеҙ.
Әйҙәгеҙ әле осрашыуыбыҙҙы матур йыр менән башлайыҡ.
Йыр тулҡындарында
«Минең Ватаным»
йырын класс менән башҡаралар.
Афарин , балалар. Был сараға уҡыусылар ихлас, күңел биреп әҙерләнделәр. Сөнки, осрашыу уҡыусылар тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә яҙылған «Бәхет өсөн» йырын өйрәнгәндә «Тамыр» студияһы , йырҙың авторҙар тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирҙем, башҡа йырҙарығыҙ, шиғырҙарығыҙ менән таныштыҡ. Ижадығыҙ балаларға бик оҡшаны, лицейға ҡунаҡҡа саҡырайыҡ тигән теләктәрен белдерҙеләр.
Шиғриәт минуттары.
Һүҙ уҡыусыларға.
Самир
Иң матур туп.
Түңәрәк ҡояш – һары туп, Гел көлөп ҡарай өҫтә. Кем буяған икән уны Шундай күңелле төҫкә?
Йоморо ҡояш – һары туп, Тәгәрәп йөрөй күктә. Нисек ҡолап төшмәй икән Анау хәтлем бейектән?
Был донъяла ҡояштан да Сағыуыраҡ туп юҡтыр. Кем онотҡан икән күктә Шундай ҙур матур тупты?
Радмила
Витамин
Витаминдар күп була Йәшелсәлә, емештә. Шуға уны бәпестәр Күп ашарға тейештәр.
Ашай-ашай витамин Бик тиҙ үҫеп китәм мин. Ағайымды, апайымды Тиҙҙән үтеп китәм мин.
Эвелина
Илаҡ күҙҙәр
Мин үҙем илаҡ түгел ул, Минең күҙҙәрем илаҡ. Күҙҙәрем илап ебәрә, Яңылыш китһәм ҡолап.
Сығалар ҙа күҙ йәштәре, Йүгерәләр сикәмдән. Белдегеҙме инде минең Илаҡ түгел икәнде?
Әхмәтйәнова Фидәлиә башҡарыуында
башҡорт халыҡ бейеүе
«Тыпырҙаҡ»
Тимур
Рәхмәт
Кәнфит ашамай бесәйем, Кәнфит ашамай көсөк. Шундай тәмле нәмәкәйҙе Яратмайҙар һуң нисек? Бер ҙә тәмләп ҡарамағас Белмәйҙәр инде тәмен. Бесәйемә, көсөгөмә Тәмлене өйрәтәмен.
Илгизәр
Үҙемдән дә йәлләмәйсә Кәнфиттәр биргән булам. Мырауҙың иҫе лә китмәй, Көсөгөм өргән була. Моғайын кәнфитте юрый Күрмәмеш булаларҙыр. Беҙ ашаһаҡ был бәпәйгә Ҡалмаҫ тип ҡурҡаларҙыр. Рәхмәт инде бесәйемә, Рәхмәт инде көсөккә, Мине яратҡан, кәнфитте Яратмаған өсөн дә.
Гөлнара
Бесәйем уҡый белмәй
Мин мәктәпкә әҙерләнәм, Бесәйем әҙерләнмәй. Мин инде уҡырға беләм, Ә ул һөйләшә белмәй.
Мыр-мыр тигән була һаҡау, Тағы мыяуҙы белә. Ярай әле холҡо һәйбәт, Тыңлай, тыйыуҙы белә.
Мин мәктәпкә әҙерләнәм, Бесәйемә барыбер. Бесәй алдында аҡыллы Күренәм мин бермә-бер. Мин мәктәпкә йыйынғанда Бесәйем йоҡлай һаман. Әсәй әйтә, сысҡан тотһа, Бесәйгә шул да таман. Булһа бесәйҙәр мәктәбе Ҡалмаҫ ине ул наҙан. Әтеү көн дә эй моңайып Көтә мине уҡыуҙан.
Йыр тулҡындарында
«1 сентябрь» йырын тыңлайбыҙ,
ҡушылып йырлайбыҙ.
Уҡыусылар, был йырҙың һүҙҙәрен кем яҙған тип уйлайһығыҙ?
Гөлнара апай!
Афариндар!!! Дөп-дөрөҫ! Ә көйөн Гөлдәр апай Ишҡыуатова яҙған.
Йыр оҡшанымы?
…
Матур йырҙар, шиғырҙар тыңланыҡ. Ә хәҙер һүҙҙе, Гөлнара апайҙың үҙенә бирәйек.
Шағирә тауышы.
Автор уҡыуында шиғырҙар тыңлайбыҙ.
Уҡыусылар менән «Мин ҡойроҡ» шиғырын рус теленә тәржемә итәбеҙ.
Мин –ҡойроҡ.
Ҡалмай бергә йөрөгәнгә Ҡойроғом, ти әсәйем. Әсәй менән рәхәт булғас Ҡойроҡ булып йәшәйем.
Был донъяла төрлө-төрлө Ҡойроҡтар була икән. Улар менән төрлө-төрлө Ҡыҙыҡ та була икән.
Айыуҙыҡы –юҡ һымаҡ, Сысҡандыҡы – еп һымаҡ. Күркә, ҡорҙар һәм тауис Йөрөтәләр елпеүес.
Ҡарлуғаста – асалы, Тейендә иң аҫылы, Ҡуянда – йоморо, йәтеш, Ә әсәйҙеке – бәпес.
Йәнле әңгәмә.
Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә.
Нисә йәштән шиғыр яҙа башланығыҙ?
…
Яратҡан авторҙарығыҙ кем?
…
Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә яҙылған нисә йыр бар?
…
Мәктәптә уҡығанда ниндәй фәндәрҙе ярата инегеҙ?
…
Шағирә апайҙан мастер класс.
Уҡыусылар шағирә менән бергәләп дүртюллыҡ шиғыр ижад итеп ҡарайҙар.
Бына беҙҙең дәрес-осрашыу аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Ошондай осрашыуҙар артабан да ойошторайыҡмы?
…
Ә хәҙер инде. Гөлнара апайға осрашыуға килеп, беҙгә яҡшы кәйеф, күңелле ял бүләк иткәне өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, ошо гөлләмәне һәм алҡыштар бүләк итәйек! Осрашыуҙы йыр менән башланыҡ, йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ.
Йыр тулҡындарында.
«Бәхет өсөн»
Иҫтәлеккә фотоға төшөү.
Автографтар алыу.